Новости
23 Апреля 2021, 12:25

Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» йәнә онлайн форматта уҙғарыла

Еңеү көнөн билдәләү буйынса федераль штаб «Үлемһеҙ полк» акцияһын 24 июнгә күсерергә ҡарар итте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәттә уҙған ултырышта(Дауамы сайтта)

Еңеү көнөн билдәләү буйынса федераль штаб «Үлемһеҙ полк» акцияһын 24 июнгә күсерергә ҡарар итте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәттә уҙған ултырышта. Бынан алда Өфөләге акцияла – 150 мең, республика буйынса 400 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип планлаштырылғайны.
✅Бындай ҡарар коронавирус хәүефенә бәйле ҡабул ителде. Ләкин онлайн форматтағы акция Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ойошторола. Ҡатнашыу өсөн 9 майға тиклем ветерандың фотоһын һәм уның хаҡында мәғлүмәтте https://2021.polkrf.ru порталына урынлаштырырға кәрәк.
Читайте нас