Хәбәр итеүебеҙсә, үткән йомала Владимир Путин Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попованың коронавирус таралыуын кәметеү маҡсатында май каникулы булдырыу тураһында тәҡдимен хупланы. Май айында бындай оҙайлы ял көндәре Рәсәйҙә тик 2021 йылда ғына була, Президенттың был указы Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индермәй.