Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант санитар-эпидемиологик тәртипте иҫәпкә алып, онлайн һәм офлайн форматта үтте. БЮТ
хәбәр итеүенсә, махсус порталда диктант яҙырға теләп 100 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Үткән йылдағыса ҡатнашыусыларҙың дәйөм һаны 300 меңдән ашҡан тип фаразларға мөмкин, сөнки яҙма эшкә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә ҡушылдылар.