Синоптиктар фаразлауы буйынса, Башҡортостанда яҡын көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм һалҡын көндәр көтөлә. Бөгөн, 25 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуа, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан иҫә, һауа температураһы +9, +14 градус.
Дүшәмбе, 26 апрелдә, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә –3-кә тиклем түбәнәйә, көндөҙ +8, +13 градус.
27 апрелдә шулай уҡ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, еңелсә. Термометр бағанаһы төндә –1, +4, көндөҙ +10, +15 градус күрһәтәсәк.