Новости
27 Апреля 2021, 07:25

Талпандар уянды

Гөрләп килгән яҙ миҙгелендә тәбиғәт менән бергә бар тереклек, шул иҫәптән кешенең сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырған бөжәктәр ҙә уяна. Быйыл да, көндәр йылыныу менән, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларына талпан ҡаҙалған кешеләр мөрәжәғәт итә башланы.

Гөрләп килгән яҙ миҙгелендә тәбиғәт менән бергә бар тереклек, шул иҫәптән кешенең сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырған бөжәктәр ҙә уяна. Быйыл да, көндәр йылыныу менән, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларына талпан ҡаҙалған кешеләр мөрәжәғәт итә башланы.

Был бәләкәй генә бөжәк ке­шегә иҫ киткес ҙур зыян килте­реүе ихтимал, сөнки ул талпан энцефалиты – баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир сығанағы булыуы бар. Энцефалитлы талпандар айырыуса Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йыш осрай, шулай уҡ Рәсәйҙең Европа өлө­шөндә лә, Башҡорт­останда ла бар.

Ғәҙәттә, беҙ урманға бар­ған­да, ҡырға сыҡҡанда талпан ҡа­­ҙалыуҙан ҡурҡабыҙ. Ысын­бар­лыҡ­та был бөжәк, беҙ уйла­ғанса, кешегә ағастан һикермәй, улар баш­лыса үлән араһында, бейек булмаған ҡыуаҡ­лыҡ­тарҙа йәшәй, шуға күрә яҙғы-йәйге, йәғ­ни уларҙың әүҙем осоронда күп урын­дарҙа – баҡсала, ялан-ҡыр­ҙа, йылға буйында, хатта эш­кәртелмәгән ҡала парктарында ла талпан ҡаҙалыу хәүефе янай.

Бәхеткә күрә, энцефалитҡа ҡаршы вакцина бар. Белеүе­беҙсә, ул билдәле бер ара­уыҡ менән өс этапта яһала. Иммунитет өс йылға етә, артабан ревакцинация талап ителә.

Талпан энцефалиты йоҡтор­ғандар шунда уҡ дауаханаға һалына. Пациентҡа кеше иммуноглобулины сывороткаһы инде­релә. Был препарат составында зарарлы вирусҡа ҡаршы анти­есемдәр бар, әммә шуның менән бергә унда пациенттың иммун системаһына кире йоғонто яһа­ған аҡһымдар ҙа була. Дауалау һөҙөмтәле булһын өсөн препарат ҙур күләмдә индерелә, ә был сәләмәтлек торошона кире эҙемтә биреүе лә ихтимал. Был осраҡта табиптар патогендың үҙе менән генә түгел, мейенең елһенеүе һәм шул сәбәпле килеп тыуған емергес эҙемтәләр менән дә көрәшә. Үкенескә ҡаршы, ҡай­һы бер осраҡтарҙа кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалып та булмай...

Әммә медицина фәне бер урында тормай. Күптән түгел ха­лыҡ-ара тикшере­неүселәр төркө­мө талпан энцефалитына ҡаршы яңы төр препараттар уйлап сыға­рыу мөмкинлеге барлығы хаҡын­да белдерҙе. Бындай тикше­реү­ҙәрҙе Рәсәй ғалимдары ла уңыш­лы алып бара. Белгестәр сирҙе үткәргән һәм вакцина яһат­ҡан кешеләрҙең ҡанында булған 800 төрлө антиесемде тикшергән.

Ғалимдар билдәләүенсә, VH3-48 тип аталған антиесемдәр вирусҡа башҡа “ҡәрҙәштәренә” ҡарағанда күпкә һөҙөмтә­лерәк тәьҫир итә. Улар тәжрибә өсөн һайлап алынған сысҡандарҙы энцефалиттан бик һөҙөмтәле һаҡлаған. Был анти­есемдәр сирҙең иртә стадияларында кимереүселәрҙе дауалауҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр биргән. Шулай уҡ VH3-48 антиесемдәре талпандар аша йоҡҡан башҡа бер нисә төрлө вирусҡа ҡаршы тороу йәһәтенән дә ыңғай баһаланған.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: VH3-48 бик һирәк осраған анти­есемдәрҙән һанала. Тикшере­неүселәр уны вакцина яһатҡан кешеләрҙең ҡанында тапмаған, сирләүсе­ләрҙә лә ул бик һирәк осрай икән. Әммә ғалимдар тап ошо VH3-48 антиесемен эшләп сығарыуға һәләт­ле вакцина уйлап таба ала. Ул бығаса ҡулла­нылған пре­парат­тарҙан күпкә һө­ҙөмтәлерәк була­саҡ, тип кү­ҙал­лана. Был вак­цинаны һал­дырған кеше­ләрҙең ҡанынан әлеге “тылсымлы” анти­есем­дәрҙе алып, талпан энцефалиты йоҡторған кешеләрҙе дауаларға мөмкин буласаҡ.

Тикшеренеүселәр хайуандар менән үткәрелгән тәжрибәләрҙән һуң яңылыҡты клиник шарттарҙа һынарға тотонмаҡсы. Әлеге йү­нә­лештә алып барылған тикше­реүҙең һөҙөмтәләре “Journal of Experimental Medicine” баҫма­һында баҫылып сыҡҡан.

Талпан ҡаҙалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең лабораториялары Өфө, Стәр­летамаҡ, Нефтекама, Бөрө, Туймазы ҡалаларында урын­лашҡан. Өфөләге төп лабо­раторияның адресы: Шәфиев урамы, 7-се йорт, белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 287-85-23.

Йәшәгән урынығыҙҙа лаборатория булмаһа, талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең яҡындағы филиалына йә иһә урындағы шәхси лабо­раторияға тапшырырға була.
Читайте нас