Новости
29 Апреля 2021, 12:10

Ауылым мәҙәктәре

БӘЛКИ, ӨСӨНСӨГӘ СЫҒЫП КИЛӘМДЕР… Башҡорт Үргенендә йәшәүсе Бисбах ағай тағы ла фермаға эшкә һуңлай. Был юлы ла “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Йомалиндың үҙенә эләгә: – Тағы һуңланыңмы? – тип йоҙроҡтарын төйөүгә, Бисбах ағай бер ни булмағандай: – Һеҙ нишәп ҡыҙаһығыҙ, мин, бәлки, өсөнсөгә сығып киләмдер! – тип яуаплаған. Был да ауылда лаҡап булып, бөгөнгө көндә лә халыҡ телендә йәшәй. Редакциянан. Һеҙҙән дә мәҙәк хәл-ваҡиғалар тураһында яҙмалар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар! “Ял сәғәттәре”н Гөлшат Имелбаева әҙерләне. Һуңлап сыҡһам да – зато иртә алып ҡайтам Колхоздың көслө ваҡыты. Ул ваҡытта “Заветы Ильича” колхозының рәйесе Бәҙретдин Ғәзиз улы Йомалин Башҡорт Үргене ауылында урынлашҡан фермаға эш барышын ҡарарға тип килһә, мал көтөүсеһе һуңлап сығып бара икән. – Нишләп көтөүҙе һуң алып сығаһың? – тип әрләй башлай рәйес. Ҡабаланып сығып барған көтөүсе: – Һуңлап сыҡһам да, зато иртә алып ҡайтам бит! – тип елдереп үтеп тә китә. Колхоз рәйесе һүҙҙең айышына һуңлап ҡына төшөнә, тик һуң була, ә был хәл ауылда берәй ергә һуңлаусылар өсөн лаҡапҡа әйләнә. Бәлки, өсөнсөгә сығып киләмдер Тағы ла баяғы ағай фермаға эшкә һуңлай. Был юлы ла колхоз рәйесе Йомалиндың үҙенә эләгә: – Тағы һуңланыңмы? – тип йоҙроҡтарын төйөүгә, ағай бер ни булмағандай: – Һеҙ нишәп ҡыҙаһығыҙ, мин бәлки, өсөнсөгә сығып киләмдер! – тип яуаплаған. Был да ауылда лаҡап булып, бөгөнгө көндә лә халыҡ телендә йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИКЕ МАЙОР, УН БИШ БАШҠОРТ
Бер бабай менән әбей йоҡларға ятҡас, өй тәҙрәһенә сиртеп:
– Ун биш баш ҡорот һәм ике йомғаҡ май Себер китте, – тигәндәр, ти.
Әбей ята биргәс:
– Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡорто ни эшләр инде, меҫкендәр, тип йәлләгән икән.
Иртән тороп аласыҡҡа сыҡһалар, ун биш баш ҡорот, ике йомғаҡ май урынында юҡ, ти.
ОЯТ БУЛЫР
Башҡорт Үргене ауылында ғүмер кисереп, күптән инде мәрхүм булған Сәбилә инәйҙе ауылдаштары һаман телдән төшөрмәй, йыш ҡына оло табындарҙа ла телгә алып, ҡыҙыҡ мажараларын һөйләй. Шуның береһе:
Сәбилә инәй ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күршеһенә инә лә, хәл белешкәс:
– Ойоҡ бәйләй торған энәләреңде биреп тор әле! – ти.
– Атаҡ, үҙеңдә лә ике-өс пар энәң бар бит?! – тип аптырай күршеһе.
–Уларын биреп торҙом, тағы һорап килһәләр, оят булыр, тием,– тигән ти.
Салют! Салют!! Салют!!!
Сәбилә инәй ейәне менән Иҫәнғолға килә. Йомоштарын йомошлап, ваҡ-төйәк эше бөткәс, автобусҡа тиклем бер талай ваҡыт та булғас, “Универмаг” магазинын ҡарап сыҡмаҡсы була. Ейәнен магазиндың тупһаһында:
– Бер ҡайҙа ла китмә, мин хәҙер инәм дә сығам, – тип ҡалдырып китә.
Ваҡыт булғас, яйлап әйбер ҡарап, йөрөп сыҡһа, ейәне тороп ҡалған ерҙә юҡ, тей. Шунан Сәбилә инәй ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып:
– Салют! Салют! Салют!!! – тип һөрәнләй башлаған.
Уның ҡысҡырғанына кешеләр күккә ҡарай, ти. Шунан кешеләрҙең аптырағанын күреп ҡалғас, ҡыҙын әрләй-әрләй, был ейәненең исеме икәнен аңлатып биргән. Был тамашаны күргәндәр, ишетеп белгәндәр, берәй әйберҙәрен юғалтһалар, шаяртып шулайтып ҡысҡырыр булған. Был көләмәс бөгөн бик күптәргә һабаҡ булһын өсөн яҙыла.
ШАЯРТЫП ТАҠҠАНДАРҘЫР…
Малик ағайҙың колхозда тракторҙа эшләгән мәле. Яҙын-йәйен өҫтө-өҫтөнә эш өйөлөргә генә тора. Ваҡытында колхоздың игенен дә сәсер кәрәк, малы өсөн бесән, һарай-ҡура төҙәтеү өсөн һайғау һәм башҡа ағас-таш әҙерләргә лә ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта үҙеңдең дә донъяңды көтөп, йорт-ҡураңды төҙәтеп, тирә-яғыңды кәртәләргә кәрәк. Малик ағай эш араһында имән бағанаһын, һайғауын бөртөкләп булһа ла ташый. Донъя булғас, төрлө мәлдәр була, бәлки, берәй ялҡауы үҙе эшләмәгәнгә көнләшепме, быны тейеш кешеләргә ошаҡлайҙар. Сираттағы ҡайтып килеүендә урман хужалары Малик ағайҙы туҡтата.
– Йә, урлашып буламы? – тиҙәр икән былар.
– Тракторсы ағай бер ни булмағандай аптырап:
– Нимә булды, егеттәр? – ти икән. Тегеләре тракторға тағылған имәнгә ымлап:
– Был нимә? – тип һорайҙар икән. Малик ағай ҡолас етмәҫ был имәнде тәүгә күргәндәй аптырап китә, һуңынан йылмайып, башын һелкеп:
– Шаяртып таҡҡандар инде, шуҡ малайҙар! – тигән.
Бына шулай, “елле шаяртыу” һуңынан да ҡабатлана әле, әлеге сос күҙҙәр үҙ ролен башҡарырға онотмай, уныһында “шаяртып таҡҡан шуҡ малайҙар” менән генә ҡотола алмай беҙҙең ағай.