Новости
1 Мая 2021, 04:45

Эштәрегеҙ уңышлы булһын!

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән муниципаль район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов ҡотлай.

Хөрмәтле ейәнсуралар! һеҙҙе Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым!
1 май – ысын мәғәнәһендә яҙ байрамы, ул беҙҙе сағыу ҡояшы, йылыһы, тәбиғәт­тең уяныуы менән ҡыуандыра, яҡшы кәйеф бүләк итә. Яңы заман Беренсе майға яңы мәғәнә бирҙе, әммә ул барыбер хеҙмәт, үҙе­нең ғаиләһе, районы, Тыуған иле именлеге хаҡына эшләүсе кешеләргә ихтирам байрамы булып ҡала. Яҙ һәм хеҙмәт байрамында төр­лө һәнәрҙәргә эйә булған төрлө йәштәге ке­шеләргә, үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән Ейәнсура районын үҫтереүгә бик ҙур өлөш индергән ветерандарыбыҙға рәхмәт бел­дерәбеҙ.
Беҙҙең алда күп ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырыу бурысы тора, әммә мин районыбыҙ халҡының эшһөйәрлеге, ижади рухы һәм традицияларға тоғролоғо ҡуйылған маҡсат­тарыбыҙға өлгәшергә мөмкинлек бирәсәгенә ышанам.
һеҙҙе байрам менән ысын күңелдән ҡот­лайым! Эшегеҙҙә уңыштар, ныклы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ, күтәренке кәйеф, яҡшы үҙгәрештәр теләйем!
Д. Юланов, МР хакимәте башлығы.
Читайте нас