Новости
1 Мая 2021, 11:15

Рәсәйҙә хайуандар коронавирусына ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы сығарылған

Рәсәй вакцинаһы менән сит ил компаниялары ла ҡыҙыҡһына

Хайуандарҙың коронавирус инфекцияһын (COVID-19) профилактикалау өсөн «Карнивак-Ков» вакцинаһының беренсе партияһы “Россельхознадзор”ҙың Федераль хайуандарҙы һаҡлау үҙәге тарафынан сығарылған, тип хәбәр итә “Башинформ”, «Ветеринария и жизнь» баҫмаһына һылтанма менән.
Тәүге партия 17 мең доза тәшкил итә һәм илдең төрлө төбәктәренә таратыласаҡ
Рәсәй вакцинаһы менән Германия, Греция, Польша, Австрия, Ҡаҙағстан, Тажикистан, Малайзия, Таиланд, Көньяҡ Корея, Ливан, Иран, Аргентина илдәренең компаниялары ла ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Федераль хайуандарҙы һаҡлау үҙәге шулай уҡ йорт хайуандарының биоматериалдары пробаларын бушлай тикшереүгә заявкалар ҡабул итеү тураһында хәбәр итә.
Фото Яндекс. Картинки
Читайте нас