Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө 1993 йылдан алып билдәләнә. Бына 30 йылға яҡын инде был көндө азатлыҡ принциптарына тоғро ҡалған, гәзит-журналдарҙы бойондороҡһоҙлоҡтан һаҡлаған һәм ошо ҡарашҡа нигеҙ һалған шәхестәргә арнап төрлө саралар үткәрелә, һәләк булған журналистарҙың иҫтәлегенә хәтер кисәләре ойошторола. Ғөмүмән, киң мәғлүмәт сараларының асыҡлыҡ принцибы һәр заманда ла мөһим һаналды. Ул "көҙгө" кеүек йәмғиәттең ысын йөҙөн асып һала.