Новости
3 Мая 2021, 06:35

Башҡортостанда үлем кимәле артыуы күҙәтелә

Республикала 2021 йылдың ғинуарынан мартына тиклем сабыйҙар үлеменең 68 осрағы теркәлгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 13-кә күберәк.

Республикала 2021 йылдың ғинуарынан мартына тиклем сабыйҙар үлеменең 68 осрағы теркәлгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 13-кә күберәк. Был хаҡта, Росстат сайты мәғлүмәттәренә таянып, “Башинформ” хәбәр итте.
Волга буйы федераль округында сабыйҙар үлеме күрһәткестәре буйынса Башҡортостан беренсе урында.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бер йәшкә тиклемге 1583 бала вафат булған, был үткән йылдың ярашлы осорона ҡарағанда, 73-кә әҙерәк.
Шулай уҡ Башҡортостанда кешеләрҙең үлем кимәле арта. Республикала быйыл өс айҙа 15031 кеше вафат булған (былтырғы осорға ҡарата +2640). 9785 бала тыуған (-4). Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 5246 кеше тәшкил иткән.
Шулай уҡ Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан 785 COVID-19-пациент үлгән, шуларҙың 280-е инфекцияның үҙенән. Ҡалғандарында инфекция төп түгәл, ә булышлыҡ итеүсе сәбәп буған.
Фото: Яндекс. Картинки
Читайте нас