Новости
3 Мая 2021, 14:20

Ейәнсураларҙы тынлы оркестрҙар смотр-конкурсын ҡарарға саҡыралар

Районда 5 майҙа тынлы оркестрҙарҙың асыҡ региональ смотр-конкурсы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Районда 5 майҙа тынлы оркестрҙарҙың асыҡ региональ смотр-конкурсы үтә. Марш-парад 5 майҙа район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда буласаҡ, тип хәбәр ителә район мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Марш-парад программаһында Ауырғазы, Йылайыр, Күгәрсен райондарының, Сибай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының тынлы оркестрҙары, шулай уҡ С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең “Алтын торба” тынлы оркестры ҡатнаша. Смотр-конкурс 16.00-дә башлана.
Фото: zian-kultura.ru