Һөйөнсө! Бәпкә сыҡҡан,- тиеп иптәшем ярты мешочектай бәпкә үләне тотоп килеп инде. Белә инде минең юҡ-барға ла шатланғанды. Матурлап йыуып, турап һуған һарҡытырға ҡуйҙым. Өс литрҙай һыуға, дүрт бәрәңге турап һалдым. Йомшара башлауға бер йомортҡаны тоҙ менән туҡып, стакан иләгемде тутырмайынсараҡ он иләп, тиҙ-тиҙ генә ыумас ыуып һалып ебәрҙем. Бер аҙ ҡайнағас туралған үләнде тоҙ менән ыуып алып, йәнә сайҡатып алғандан һуң, һарҡытып, ашҡа бутап ебәрҙем. Күп итеп һуған турап өҫтәнем.
Өлөшкә бүлгәс, әсе ҡатыҡ, ҡаймаҡ һалып, борос һипһәң, тәмле лә, файҙалы ла була????. Ашығыҙ тәмле булһын! ????☺
Резида Айыткужина диуарынан.