Мөхәмәтйәнов Хажеғәле Ғайса улы, 1906 йылда Ейәнсура районы Байыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы кеүек тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты ла була ул. Ауылдың тәүге комсомолецтарының береһе булараҡ, яңы тормош төҙөүҙең уртаһында ҡайнай. Ул 1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хажеғәле Ғайса улы 3 йыл армияла хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Нимәгә генә тотонһа ла, уның ҡулынан килә. Ул бик оҫта ҡуллы була. Ауыл халҡына, балаларға саналар, арбалар эшләй. Тирә-яҡта дан тотҡан һунарсы ла булған. Бүреһен дә, айыуын да, һеләүһенен дә тотҡан. Хатта бүре менән айыуҙы тереләй алып ҡайтҡан саҡтары ла булған. Ә һуғыш алдынан ул колхозда бригадир булып эшләгән.
1941 йылдың 22 июне... Илгә ҡара ҡайғы ябырыла. Һуғыш башлана. Мөхәмәтйәнов Хажеғәле Ғайса улы шунда уҡ военкоматҡа китә. Тик уны 1941 йылдың ноябрь айында ғына фронтҡа алалар. Уның менән бергә Байыш ауылының 120-нән артыҡ аҫыл ир-егете дошманға ҡаршы яуға китә.
Һуғыштың тәүге көндәре беҙҙең ил өсөн бик ауыр була. Дошман Мәскәүгә яҡынлаша. Ил өсөн иң ауыр мәлдә Башҡортостанда 112-се башҡорт атлы дивизияһы төҙөлә. Дивизия командиры итеп Миңлеғәле Шайморатовты тәғәйенләйҙәр. Хажеғәле Ғайса улын башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрәләр. “Мине башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрҙеләр. Шатлығымдың сиге юҡ, сөнки беҙ, башҡорттар, бергәләп дошмандан үс аласаҡбыҙ, икенсенән мин аттарҙы ныҡ яратам”,- тип һөйләгән һуғыш ветераны. Хажеғәле Ғайса улы батыр, тапҡыр, йор һүҙле, көр күңелле, шаян кавалерист була. Ул бер ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Иң ауыр мәлдәрҙә лә яугир дуҫтарына көләмәстәр һөйләй, йырлай, кавалеристарҙың күңелдәрен күтәрә.
Яҙыусы Әхтәм Ихсан үҙенең “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән китабында Мөхәмәтйәнов Хажеғәле Ғайса тап ошолай итеп һүрәтләй. Мәҫәлән:
- ...Их, мырҙам Зәйнулла, - тине Хажеғәле , көйләп, - Һаҡмар буйҡайҙары тал-тирәк, “кругом!” һүҙкәйҙәрең ник кәрәк?.. (“Саҡма тояҡ аттарҙа”, 209-210-сы бит).
- ...Лейтенантым, алтыным, Ҡырыҡты яғы батыры, - тине Хажеғәле Мөхәмәтйәнов, һүҙ башлап, - һин һуң был суртанды нисек эләктерҙең? (“Саҡма тояҡ аттарҙа”, 210-сы бит)
- Ете быуынлы итеп сөскөрә ул немец,- тине Мөхәмәтйәнов, көмрө танауын сирылдырып.- Мин үҙем немецтың сөскөргәнен өс километрҙан шәйләй алам. Йә, йә?..(“Саҡма тояҡ аттарҙа”, 211-се бит).
Хажеғәле Ғайса улы атта оҫта йөрөй, мәргән ата. Бына ҡайҙа кәрәк була уға һунарсы ҡомары. Ул вестовой (хат ташыусы) булып хеҙмәт иткән. Бындай яуаплы эште тик ышаныслы, батыр кешеләргә генә тапшырғандар. Хажеғәле Ғайса улы бының менән ғорурлана торған булған.
- ...Илле һигеҙгә алдырт. Аллюр крест два! –тине писарь Мөхәмәтйәновҡа мисәтле пакет һуҙып.
Оҙон юлдан ҡайтҡас, Хажеғәле ҡолаҡайын ял иттереп тә өлгөрмәгәйне әле. Штабта бер нисә йомошсо булһа ла, ғәҙәттә эштең йыуан башы йылғыр һәм таҫыллы Мөхәмәтйәновҡа төшә ине. (“Саҡма тояҡ аттарҙа”, 212-се бит).
-...Сапҡын эше сап та сап, эҙлә, байҡа, тикшер, тап, тигәндәр,-тине Мөхәмәтйәнов, ҡурайсыны арытҡансы бейеп алғас. – Балаяндар, мин ысҡынайым инде...(“Саҡма тояҡ аттарҙа”, 213-сө бит).
Шайморатов генерал тураһында ҡарт яугир:
- Һай, батыр ир ине Шайморатов. Уның күҙенә генә ҡарап тора торғайныҡ. Ябай һалдатты яратты, мәғәнәһеҙ үлемдән һаҡларға тырышты. Тик беҙ генә уны һаҡлап ҡала алманыҡ. Әммә беҙ уны бер ҡасан да онотманыҡ. Атакаға “Шайморатов өсөн!” тип барҙыҡ, “Яратҡан командирыбыҙ өсөн!” тип фашистарҙан үс алдыҡ,- тип һөйләгән балаларына.
Хажеғәле Ғайса улы Сталинград, Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Белоруссияны, Польшаны азат итә. Берлин операцияһында ҡатнаша. Башҡорт атлылары һуғыштар менән 4300 км юл үтә, дивизия үҙен мәңгелек данға күмә. Гвардия ҡыҙылармеецы Мөхәмәтйәнов Хажеғәле Ғайса улы Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Берлинды азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Һуғыштан ҡайтҡас та, уны Мәжит Ғафури исемендәге колхозға рәйес итеп ҡуялар. Хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Һалдат ҡайҙа ла һалдат инде. Көндө төнгә ялғап эшләй, колхозды алдынғылар рәтенә сығара.
Ҡартайғансы һунарҙы ла онотмай. 75 йәшендә тере айыу алып, бөтә ауылды хайран ҡалдыра. Тирә-яҡҡа даны таралған балта оҫтаһы ла була.
Һәр йыл яҙ, Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылағанда, ҡарт һалдат гел балаларына: “Беҙ тыныслыҡ өсөн, һеҙ бәхетле булһын өсөн һуғыштыҡ. Ошо һуғышта мин күпме дуҫтарымды юғалттым. Тағы ла бер нәмәгә үкенәм. Тәки Шайморатовҡа герой исеме бирмәнеләр. Балалар, был эште аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Шайморатов был исемгә лайыҡ, ”- тип ҡабатлар булған.
Беҙҙең Байыш ауыл биләмәһенән 13 кеше 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән.