Новости
5 Мая 2021, 06:05

МАЙ АЙЫНА БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР

✔Майһыҙ ҡар бөтмәҫ. ✔Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр. ✔Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр. ✔Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт. ✔Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр. (Дауамы сайтта)

✔Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
✔Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
✔Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
✔Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
✔Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
✔Болот юлланып торһа, ямғырға.
✔Ямғыр яуһа, ергә май.
✔Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
✔Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
✔Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
✔Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
✔Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
✔Торна бейеһә, һауа йылыныр.
✔Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
✔Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
✔ Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
✔ Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Читайте нас