Һорау былай: дүрт дуҫ тамаҡ ялғап алырға тип, кафеға ингән. Беренсеһе өс бургер алған һәм 300 һум аҡса түләгән. Икенсеһе бер бургер һәм ике һауыт картуф фриһы өсөн 200 һумын ҡалдырған. Өсөнсөһө 2 киҫәк пицца һәм бер һауыт фри алған да 90 һум аҡсаһын сығарып һалған. Дүртенсеһе – бер бургер, бер порция картуф фриһы һәм бер киҫәк пиццаға заказ биргән. Быныһы ризығы өсөн нисә һум аҡса түләр икән?