Новости
5 Мая 2021, 07:05

Республикала коронавирус йоҡторғандар һаны – 35 меңдән артты

5 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 126 кешелә COVID-19 диагнозы рәсми раҫланған. Шулай итеп, республикала бөтәһе 35 857 сир йоҡтороу осрағы теркәлгән.Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан ике кеше вафат булған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Рәсми статистика буйынса, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 463 кешенең ғүмере өҙөлгән.Тәүлек эсендә 126 пациент һауығып сыҡҡан. Ведомство хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан бирле бөтәһе 33 358 кеше һауыҡҡан.

5 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 126 кешелә COVID-19 диагнозы рәсми раҫланған. Шулай итеп, республикала бөтәһе 35 857 сир йоҡтороу осрағы теркәлгән.
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан ике кеше вафат булған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Рәсми статистика буйынса, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 463 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Тәүлек эсендә 126 пациент һауығып сыҡҡан. Ведомство хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан бирле бөтәһе 33 358 кеше һауыҡҡан.
Читайте нас