Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашыуында ла һүҙ киләсәк маҡсаттар, эш йүнәлештәре тураһында барҙы.
Татарстан вәкилдәре билдәләүенсә, әле уларҙа төп иғтибар яҙғы баҫыу эштәренә, короновирустан вакцинация уҙғарыуға һәм 9 май парадын ойоштороуға йүнәлтелгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ветерандарҙың сафтары кәмей, әммә 76-сы Еңеү яҙын ҡаршылағандар ҙа бар, тине Вәсил Ғаяз улы.
Азат Бадранов әйтеүенсә, тап яу ҡаһармандары хаҡында һүҙ сыҡҡанда, уларҙың милләтен асыҡлау, милли проблема итеп ҡуйыртыу башлана. Геройҙарҙың милләте юҡ, улар тотош илдең ғорурлығы, тине Азат Шамил улы. Вәсил Шәйхрәзиев та электән яугирҙәрҙе милләтенә ҡарамай совет һалдаты, еңеүсе тип кенә атауҙарын билдәләне. Ике яҡ берлектәге тарихи-мәҙәни саралар уҙғарыу хаҡында ла килеште.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.