7 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән республика хөкүмәте кәңәшмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 76 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.
– COVID-19 таралыуына бәйле хәл-торошто иҫәпкә алып, беҙ ябыҡ биналарҙа үткәрелеүсе күп кенә сараларҙан баш тарттыҡ, тине Радий Хәбиров. – Бөтә байрам сараларын асыҡ һауала санитар-эпидемиологик нормаларҙы мотлаҡ үтәү менән үткәрәбеҙ.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 9 Майҙа Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парад һәм тантаналар нисек үтеүе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, БСТ, «Башҡортостан-24», «Вся Уфа» телеканалдары байрам сараларын тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Республика етәксеһе Башҡортостан халҡының патриотик рухы юғары булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, 9 майҙа онлайн-форматта үтәсәк “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыуға заявкалар һаны буйынса беҙҙең республика алдынғылар иҫәбендә.