Новости
8 Мая 2021, 06:45

Көндәр йылыта

Башҡортостанға йәйгесә йылы көндәр килде.

Башҡортостанға йәйгесә йылы көндәр килде. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ +20, +25 градусҡа тиклем йылыта. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Еңеү көнөндә, 9 майҙа, төбәктә һауа температураһы +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төндә үҙгәреүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан, көсәйеүсән. Һауа температураһы тәндә +6, +11 градус.
Дүшәмбе, 10 майҙа, шундай уҡ һауа торошо көтөлә.
Читайте нас