һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы менән ҡотлайым!
9 Май — һәр кемебеҙ өсөн изге байрам, беҙ уны айырым хис-тойғолар менән ҡаршы алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышында йәнен аямай алышҡандарҙың, тылда эшләгәндәрҙең, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырғандарҙың батырлығын беҙ һәр ваҡыт хөрмәтләйәсәкбеҙ. Киләсәк быуындар бәхете хаҡына башҡарған героик хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем!
Ихтирам менән Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.