Новости
9 Мая 2021, 05:45

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле район халҡы!

Еңеү көнө — илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс байрам, беҙ уны Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ. Тиҫтә йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә Бөйөк Еңеү, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, хәрби даны һәм батырлығы кәүҙәләнеше булараҡ, тарихҡа мәңгелеккә яҙылып ҡуйылған.Рәсәйҙең был дәүләт байрамын беҙ ҡайғы ҡатыш ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ. Бер ғаиләне лә урап үтмәгән юғалтыуҙар ҡайғыһы һәм Тыуған илебеҙ, Еңеү, һуғыш йылдарында фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән күп милләтле халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ҙур михнәттәр аша яулаған был Еңеү беҙгә тыныс йәшәргә, эшләргә, яратырға, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ҡыуанырға мөмкинлек бирҙе.Беҙ ветерандарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ һәм, аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа һеҙ илде емереклектәрҙән күтәрҙегеҙ, заводтарҙы аяҡҡа баҫтырҙығыҙ, халыҡ хужалығын яйға һалдығыҙ. Беҙҙең бурыс — был дәһшәтле һуғышта Еңеү беҙгә ниндәй хаҡ менән бирелеүен онотмау, һәләк булғандарҙың иҫтәлеген хөрмәт итеү һәм ветерандарыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күреү. Беҙҙең балаларыбыҙ онотмаясаҡ, ейәндәребеҙ һәм бүләләребеҙ һеҙҙең менән ғорурланасаҡ.Бөгөнгө яҡты көн, тыныс күк йөҙө һәм һәр йыл һайын еңеүле Май бәхете өсөн рәхмәт һеҙгә! һеҙҙең батырлыҡ мәңгелек һәм һеҙҙең дан онотолмаясаҡ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм, иң мөһиме, тыныслыҡ һеҙгә! Еңеү көнө менән!Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.

Еңеү көнө — илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс байрам, беҙ уны Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ. Тиҫтә йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә Бөйөк Еңеү, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, хәрби даны һәм батырлығы кәүҙәләнеше булараҡ, тарихҡа мәңгелеккә яҙылып ҡуйылған.
Рәсәйҙең был дәүләт байрамын беҙ ҡайғы ҡатыш ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ. Бер ғаиләне лә урап үтмәгән юғалтыуҙар ҡайғыһы һәм Тыуған илебеҙ, Еңеү, һуғыш йылдарында фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән күп милләтле халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ҙур михнәттәр аша яулаған был Еңеү беҙгә тыныс йәшәргә, эшләргә, яратырға, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ҡыуанырға мөмкинлек бирҙе.
Беҙ ветерандарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ һәм, аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа һеҙ илде емереклектәрҙән күтәрҙегеҙ, заводтарҙы аяҡҡа баҫтырҙығыҙ, халыҡ хужалығын яйға һалдығыҙ. Беҙҙең бурыс — был дәһшәтле һуғышта Еңеү беҙгә ниндәй хаҡ менән бирелеүен онотмау, һәләк булғандарҙың иҫтәлеген хөрмәт итеү һәм ветерандарыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күреү. Беҙҙең балаларыбыҙ онотмаясаҡ, ейәндәребеҙ һәм бүләләребеҙ һеҙҙең менән ғорурланасаҡ.
Бөгөнгө яҡты көн, тыныс күк йөҙө һәм һәр йыл һайын еңеүле Май бәхете өсөн рәхмәт һеҙгә! һеҙҙең батырлыҡ мәңгелек һәм һеҙҙең дан онотолмаясаҡ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм, иң мөһиме, тыныслыҡ һеҙгә! Еңеү көнө менән!
Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас