Новости
11 Мая 2021, 06:05

Байыш – Аҡдәүләт юлында юл-транспорт ваҡиғаһы булған

Ейәнсура районы ЮХХДИ бүлексәһенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, кисә иртәнсәк Байыш – Аҡдәүләт юлының 3-сө саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы булған.

Ейәнсура районы ЮХХДИ бүлексәһенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, кисә иртәнсәк Байыш – Аҡдәүләт юлының 3-сө саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Элмәле ауылынан водитель таныҡлығы булмаған 24 йәшлек ир кеше, ВАЗ-2109 автомобиленә идара итеп, юл ситенә төшөп киткән. Һөҙөмтәлә ике пассажир һәм водитель үҙе төрлө йәрәхәттәр алған. Тикшереү бара.
Читайте нас