Новости
11 Мая 2021, 09:10

Радий Хәбиров Ҡазандағы терактта зыян күреүселәргә ярҙам тәҡдим итте

Ҡазандағы теракттан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын ашығыс көсәйтергә ҡушты, шулай уҡ терактта зыян күреүселәргә ярҙам һәм Башҡортостан санаторийҙарында реабилитация үтергә тәҡдим итте.

«От имени всех жителей нашей республики, от себя лично выражаю самые глубокие соболезнования семьям, родным и близким погибших в результате стрельбы в школе № 175 Казани. Весть о страшной трагедии острой болью отозвалась в сердцах всех жителей республики. Мы искренне скорбим вместе с братским народом Татарстана, переживаем за пострадавших. Готовы оказать любую необходимую помощь. Терпения, мужества и душевных сил родным и близким погибших. Желаю скорейшего выздоровления пострадавшим», – тиелә Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов исеменә телеграммала.
Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһында ике ир ҡорал менән 175-се гимназияға үтеп ингән. 19 йәшлек Илназ Ғләүиев һаҡсыны үлтергән, аҙаҡ уҡытыусы ҡатынға һөжүм иткән. Һуңынан бинала шартлау булған. Енәйәтсе ҡулға алынған.
Атыш ваҡытында 11 кеше һәләк булған. Икенсе енәйәтсене мәктәп бинаһында юҡ иткәндәр.
Фото: РИА Новости / Максим Богодвид
Читайте нас