Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр чемпионка, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәй шашка федерацияһының төбәк бүлексәһе рәйесес Юрий Черток Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
– Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Тамара Михайловна Танһыҡҡужина, Рәсәй Федерацияһы флагын алыу менән янъяллы эпизодҡа бәйле психологик баҫымға ҡарамай, планетаның иң яҡшы шашисткаһы титулын яҡланы. Хәҙер уның активында ете чемпион титулы. Беҙҙең илдә башҡа бер кемдең дә бындай ҡаҙаныштары юҡ, – тине Радий Хәбиров, еңеүсене ҡотлап.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.