Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнәмәһе йомғаҡтары буйынса өҫтәлмә бурыстар йөкмәтте. Улар COVID-19 менән ауырыған кешеләрҙе реабилитациялауҙы көсәйтеүгә һәм шәхси йорттарҙы газға тоташтырыу эшен яҡшыртыуға ҡағыла.
Ил Президенты Рәсәй Хөкүмәтенә төбәктәр һәм «Газпром» ПАО-һы менән берлектә 2023 йылға тиклем газ үткән тораҡ пункттарҙа халыҡ аҡсаһын йәлеп итмәйенсә йорт хужалыҡтары сиктәренә тиклем газ килтереүҙе тәьмин итергә ҡушҡайны. Радий Хәбиров БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа төбәктәге хәҙерге хәл-торошто анализларға ҡушты.
– Беҙ был проект шөғөлләнгәйнек һәм халыҡтың ҡайһы бер категориялары өсөн өйҙәрен селтәр газына тоташтырыу өсөн республика иҫәбенә түләү мөмкинлеге биргәйнек инде, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер республика средстволарының бер өлөшөн тоташтырылыусы йорттар һанын арттырыуға йүнәлтә аласаҡбыҙ.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға коронавирус инфекцияһы үткәргән кешеләрҙе профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризациялау программаһы үтәлешен шәхси контролгә алырға ҡушты.
– Был эште Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә 2021 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмай башларға ҡушты, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә беҙ байтаҡ шундай саралар күрҙек. Дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы иҫәпкә алып, был эште актуалләштерергә кәрәк.