Новости
13 Мая 2021, 09:40

Эшләһәң эш ҡарышмай

Башҡорт Самаҙыһы ауылында үткән йыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булырға тейеш ине. Пандемия ауылдаштарҙың осрашыуына аяҡ салды. Ауылдаштарҙың кәйефе ҡырылып ҡына ҡалманы, хатта ҡайһы берәүҙәр ошо ауырыуға дусар булды. Яман сир бер аҙ баҫылып, Яңы йыл байрамдары үткәс, ауылдашыбыҙ Фәтих Ҡылысбаев “Самаҙы ауылы төркөмө” тип атап, ауылдаштар өсөн чат асты. Шуны ғына көткәндәй, 200-ләп кеше ике-өс көндә ошо төркөмгә инде һәм ауыл тормошо, уны киләсәктә төҙөкләндереү, йәнләндереү тураһында әңгәмә башлап ебәрҙе. Тағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 500-әр һум аҡса йыйырға килешелде. Бик ҡыҫҡа ваҡытта 50000 һумға яҡын аҡса йыйылды. Хәл итәһе мәсьәләләр күп, шулай ҙа ваҡытына ҡарап, мөһимлегенән сығып, хәл итергә кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлай. Ошо һөйләшеүҙәрҙә ҡышын, ер туң булыу сәбәпле, ҡәбер ҡаҙыу ауыр булыуы тураһында ла һүҙ булды төркөмдә. Йыйылған аҡсаға отбойный сүкеш, генератор һәм башҡа кәрәк-яраҡ алырға тәҡдим булды. Был әйберҙәрҙе Фәтих Ҡылысбаев һатып алды һәм ауыл старостаһы Ирек Ҡылысбаевҡа тапшырҙы. (Дауамы сайтта)


Башҡорт Самаҙыһы ауылында үткән йыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булырға тейеш ине. Пандемия ауылдаштарҙың осрашыуына аяҡ салды. Ауылдаштарҙың кәйефе ҡырылып ҡына ҡалманы, хатта ҡайһы берәүҙәр ошо ауырыуға дусар булды. Яман сир бер аҙ баҫылып, Яңы йыл байрамдары үткәс, ауылдашыбыҙ Фәтих Ҡылысбаев “Самаҙы ауылы төркөмө” тип атап, ауылдаштар өсөн чат асты. Шуны ғына көткәндәй, 200-ләп кеше ике-өс көндә ошо төркөмгә инде һәм ауыл тормошо, уны киләсәктә төҙөкләндереү, йәнләндереү тураһында әңгәмә башлап ебәрҙе. Тағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 500-әр һум аҡса йыйырға килешелде. Бик ҡыҫҡа ваҡытта 50000 һумға яҡын аҡса йыйылды.
Хәл итәһе мәсьәләләр күп, шулай ҙа ваҡытына ҡарап, мөһимлегенән сығып, хәл итергә кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлай. Ошо һөйләшеүҙәрҙә ҡышын, ер туң булыу сәбәпле, ҡәбер ҡаҙыу ауыр булыуы тураһында ла һүҙ булды төркөмдә. Йыйылған аҡсаға отбойный сүкеш, генератор һәм башҡа кәрәк-яраҡ алырға тәҡдим булды. Был әйберҙәрҙе Фәтих Ҡылысбаев һатып алды һәм ауыл старостаһы Ирек Ҡылысбаевҡа тапшырҙы.
Артабан да аҡса йыйыуҙы дауам итә. Ситтә йәшәгән ауылдаштар бер фекергә килеп, күптән бикле торған мәсетте төҙөкләндерергә килеште. Ҡышҡы бурандарға ҡарамаҫтан, мәсеттә капиталь ремонт башланды. Тимерйән Ҡарабаев менән Ғаян Дәүләтбаев үҙҙәре теләк белдереп, ең һыҙғанып мәсеттең стенаһынан ДВП-ны ҡуптарып, яңынан йылытҡыс ҡуйып, гипсокартон менән көпләп, штукатурланы иҙәндәрен асып, нигеҙҙе нығытты. Был изге эш өсөн – 70 мең һумға яҡын аҡса тотонолдо. Оҫталар ҙа ризалатылды.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, эштәр үҙ яйы менән бара. Ауылда йәшәүсе әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар 29 һәм 30 апрель көндө мәсетте аҡлап, йыйыштырыу эшенә тотондо. Тыштан тирә-яғын йыйыштырыу, кәртәләүен буяу кеүек эштәрҙе лә күмәкләп башҡарҙылар.
Ауылда дин юлындағы ир-егеттәрҙең булыуы һөйөнөслө. Киләсәктә, улар мәсеттең бикле тороуына юл ҡуймаҫ, тип ышанғы килә. Киләсәктә уны йылытыу мәсьәләһе лә хәл ителер.
Һанай китһәң эшләнәһе эштәр күп. Ҡәберлекте ППМИ программаһы сиктәрендә кәртәләп алыу тора. Уның өсөн ауыл халҡы һәр ихатанан 2000 һум аҡса йыя. Бағыусылар ҙа мөмкинлектәренә ҡарап аҡса күсерә башланы. Ваҡыты етеүгә кәрәкле сумма тупланыр һәм ҡәберлек кәртәләнеп алыныр.
Аҡса йыйыу эше Фәнисә Елкибаеваға йөкмәтелде. Фәнисә Ғаяз ҡыҙы аҡсаның ҡайҙа, нисек тотонолоуына отчет биреп тора.
Самаҙы ауылы шишмәләргә бай. Яйлап шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай ауылдаштар. Быйыл 3 июль көндө Самаҙы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы була. Шуныһы һөйөнөслө, ситтә йәшәгән ауылдаштар ауылды төҙөкләндереүгә ҡул көсө менән ярҙам итә алмаһа ла, матди яҡтан ярҙам итеп, ауылға яңы һулыш өҫтәүгә үҙ өлөшөн индерә.

Читайте нас