Ураҙа байрамы һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ, шатлыҡ, һәр кемгә көс- ҡеүәт, илһам өҫтәһен һәм яҡты өмөттәр алып килһен! ???? Изгелекле эштәргә һәм ғәмәлдәргә әйҙәһен! ???? Тормошобоҙ яҡты өмөттәр, иман нуры менән тулһын! ???? Ҡылған доғаларыбыҙ, теләгән теләктәребеҙ ҡабул булып, донъяларыбыҙ имен, табындарыбыҙ мул, яҡын кешеләребеҙ һәр саҡ яныбыҙҙа булһын! ????
Һүрәттә: Үрген ауылы ағинәйе Гүзәл Аҡсурина менән Нургөл Ҡолсурина. Улар Үрген ФАП-ы фельдшеры Гөлнур Ҡолсурина байрам табынына бешергән тәмлекәс менән.