Новости
14 Мая 2021, 04:05

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.Мәғәнәһе: Әй, Раббым! (Аҙағын сайтта уҡығыҙ)

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Аҙағын сайтта уҡығыҙ:
Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
***
Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау:

Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.
***
Ашап бөткәс уҡыла торған доға:

Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.

Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын.
Читайте нас