Новости
15 Мая 2021, 15:05

22 майҙа республикала “ҡоро закон”

22 майҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә, Башҡортостанда алкоголь һатылмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
22 майҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә, Башҡортостанда алкоголь һатылмай, тип хәбәр итте “Башинформ” республика Сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып.
«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала хәмер һатыу тыйылған. Быйыл мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамы 22 майҙа була. Тантаналы линейкалар уҙғарыу көнөн Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим итте», — тип белдерҙеләр министрлыҡта һәм был тыйыуҙың магазиндарҙа алкоголь һатыуға ғына ҡағылыуы тураһында әйттеләр.
Бындай сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай.
Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә – продукцияны конфискациялау менән бергә йәки унһыҙ 100-300 мең һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә лә Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.
Фото: Яндекс. Картинки.