Новости
15 Мая 2021, 12:40

Беренсе кварталда Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы экспорты 64 млн доллар тәшкил иткән

РФ Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың беренсе кварталында республика агросәнәғәт комплексы прдокуцияһын экспортлау 64 млн доллар тәшкил иткән.

РФ Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың беренсе кварталында республика агросәнәғәт комплексы прдокуцияһын экспортлау 64 млн доллар тәшкил иткән, тип хәбәр итә “Башинформ”. Үткән йылдың шул уҡ осорона ҡарата үҫеш – 29 млн доллар.
2020 йылда республика агросәнәғәт комплексы экспортҡа сығарған продукция күләме 177,7 млн доллар тәшкил иткәйне. Быйыл “БР АПК-һы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты буйынса 157,3 млн доллар күрһәткесенә өлгәшеү планлаштырыла. 2024 йылға был һан 203 млн доллар тәшкил итергә тейеш.
Читайте нас