Новости
17 Мая 2021, 12:35

Әле иртәнге сәйҙе кисә һуң ғына ҡайнатып әҙерләп ҡуйған ҡарағат ҡайнатмаһы менән тәмләп эстем, бик тәмле генә, ҡуйы ғына булып бешкән, емештәре лә йомшаҡ ҡына, ошо рецепт буйынса бешерҙем, желе һымаҡ ҡына була ҡайнатма :

- 2 кг ҡарағатҡа ике ҙур ғына бокал йә стакан менән һалҡын һыу ҡойоп ҡайнатырға ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас 15 минут яйлап болғап бешереп алырға. 15 минут үткәс утты һүндерергә лә һәр бер кило ҡарағатҡа 1. 5 кг (кило ярым) шәкәр ҡомо һалып эҫе көйөнә шәкәре эрегәнсе 10 минут тирәһе ағас ҡалаҡ менән болғап торорға. 2 кг ҡарағатҡа 3 кг шәкәр ҡомо һалына инде. Шәкәр ҡомо эреп бөткәс эҫе көйөнә таҙа банкаларға һалып сығырға, ҡайнатма һыуынғас ҡына ҡапҡастарын ябырға, желе кеүек кенә булып ҡала. Минең 5 литрлыҡ биҙрә ҡарағаттан ошо сама ҡайнатма әҙер булды, ҙур туҫтаҡ һәм 8 л кәстрүл, ҡарағат 4.440 кг ине, шәкәр ҡомон 6. 700 кг һалдым.

Читайте нас