Хәйерле лә булһын һәр иртәбеҙ,
Атһын ҡояш көн дә таңдарын.
Теләгеҙ һеҙ һәр бер иртәләрҙә
Илем, һиңә айырыуса сәләм
Һәм уңыштар ҡылыр эшеңдә!
Болот ҡаплаһа ла күк йөҙҙәрен,
Хәйерле лә булыр һәр иртә.
Сөнки яҡшы уйҙар һәм теләктәр
Күңелдәрҙе наҙлай, иретә.
Ҡай саҡ бөтөнләйгә юҡ итә!