90-сы йылдарҙа тарҡалған ойошма хәҙер Рәсәйҙә икенсе һулыш кисерә. Ә беҙҙә иһә әүҙем үҫмерҙәрҙе берләштергән был ойошма бер ваҡытта ла бөтөрөлмәне, ул, “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы булараҡ, балаларҙа илһөйәрлек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү йүнәлешендә эшләүен дауам итте.