Новости
19 Мая 2021, 05:25

Сығарылыш кисәләрендәге сикләүҙәр кәметелеүе мөмкин

Башҡортостанда коронавирустан прививка эшләтмәгән ата-әсәләрҙе лә сығарылыш кисләренә индереүҙәре ихтимал.

Башҡортостанда коронавирустан прививка эшләтмәгән ата-әсәләрҙе лә сығарылыш кисләренә индереүҙәре ихтимал.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, кешеләрҙең бындай ҡаты талаптар айҡанлы мөрәжәғәттәре күп булыу сәбәпле, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе республика оператив штабына тантаналарҙа сикләүҙәрҙе кәметеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим иткән.
Сараны тышта йәки бинала үткәргәндә социаль дистанцияны һаҡлау һәм битлектә булыу ҙа етә, ә бинала кеше һаны 50-нән артҡанда, терапевтан йоғошло ауырыуҙар булмауы тураһында справка булһын, тип тәҡдим ителә.
“Мин һәр ваҡыт халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалам, әммә уйланылмаған һығымталар яғында түгелмен. Тәҡдим беҙҙең медицина йәмәғәтселеге менән эксперт тикшереүе талап итә, тип иҫәпләйем. Мәсьәләне оперштабтың киләһе ултырышына сығарасаҡбыҙ һәм нигеҙле ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, быға тиклем Башҡортостан Башлығы ата-әсәләр COVID-19-ға ҡаршы вакцинация сертификаты йәки был инфекцияға антиесемдәр барлығы тураһында справка булғанда ғына һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләренә индереләсәге хаҡында указ сығарғайны.
Фото: “Ейәнсура таңдары”.
Читайте нас