Самаҙылар "Матур ауыл" конкурсына ең һыҙғанып әҙерләнә. Мәктәп эшләмәһә лә уның еренә аллы-гөллө сәскәләр ултырта, кәртәләүҙәрен буяны. Хатта, участканы урам-урам бүлешеп алып, ҡайһы урамдың сәскәләре матур, сағыу булыр тип ярыш та ойошторған. График төҙөп, һәр кем үҙ сиратында баҡсалағы сәскәләргә һыу ҡойорға сыға. Уңыштар, сәскәләрегеҙ матур булып үҫеп, һеҙҙең уңған ҡыҙҙар икәнегеҙҙе һәр кемгә һөйләп, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур сәсеп ултырһындар.