"Аҡ елкән" лагерында үткән хәрби лагерға Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 10 класс ҡыҙҙары класташ егеттәрен оҙатыуҙары тураһында яҙғайныҡ. 20 май көнө ҡыҙҙар, класс етәксеһе һәм бер-нисә атай менән берлектә класташтарының хәлен белергә, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәрен күрергә, нисек хәрби бурысҡа әҙерлек үтеүҙәрен ҡарарға барҙы. Улар класташтарын алып барған күстәнәстәре менән һыйланы.
Ошо бәләкәй генә иғтибар, киләсәктә уларҙың хәтерендә матур, йылы хәтирә булып ҡалыр һәм оҙаҡ йылдар күңелдәрендә һаҡланыр.
Ҡыҙҙар класташ егеттәрен күреп, ҡайтышлай Ямашлы буйында фотоға төшөп, күңелле ял итеп, бай тьәҫораттар алып ҡайтты.