Новости
23 Мая 2021, 06:40

Башҡорт киноһы – Татарстанда

25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла.

25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла. Был хаҡта Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, рус телендә өс фильм күрһәтелә:
— «Ҡырағай» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева);
— «Гильза» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Динара Әбдрәшитова);
— «Алтын һарай» йәнһүрәте (сценарий авторы һәм режиссеры – Риф Шәрәфетдинов).
25 майҙа – Камские Поляны ҡасабаһында «Чулман-Су» кинотеатрында, 26 майҙа Ҡазанда «Мир» күрһәтелә.
Читайте нас