Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙы «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә республика буйлап бушлай экскурсияларға саҡыралар, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Проект 2020 йылдың сентябрендә башланғайны. Ул Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттар буйлап бушлай бер көнлөк сәфәргә сығыуҙы күҙ уңында тота һәм проектта ҡатнашыусыларҙы тыуған яҡ «ынйылары», мәҙәни мираҫ менән таныштырырға мөмкинлек бирә.