Синоптиктар фаразлауынса, республикала киләһе ике көн шулай уҡ эҫе булыуы көтөлә. Һауа температураһы дүшәмбелә һәм шишәмбелә көндөҙ +33, +35, төндә +14, +15 груадус буласаҡ. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә. Шаршамбы сағыштырмаса һыуығыраҡ булыуы фаразлана – көндөҙ +25, төндә +12 градус тирәһе. Киләһе аҙнаның тәүге өс көнөндә яуым-төшөм көтөлмәй.