Яҡташыбыҙ халыҡ-ара конкурста ике номинацияла еңеүсе булған.
Мəскəүҙə 4 апрелдəн алып 4 майға тиклем үткән «Яңы йыһан» тип исемлəнгəн халыҡ-ара ижади конкурста Башҡортостан данын М. Аҡмулла исемендəге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының IV курс студенты, Ибрай ауылы ҡыҙы Нурзилә Ҡолғарина яҡлаған.
Ул I дəрəжə лауреаты, I дəрəжə дипломанты исеменə лайыҡ булған. Бейеүсе ҡыҙҙың етəксеһе — факультет деканының тəрбиə эштəре буйынса урынбаҫары Солтаҡаева Раушания Əбделхəй ҡыҙы. Конкурс «Еңеүсе талант» («WINNING TALENT») халыҡ-ара таланттарҙы асыҡлау һəм уларҙы дəртлəндереү проекты ярҙамында үткəрелə. Нурзилə – республика кимəлендəге бейеү конкурстары еңеүсеһе. Уны еңеүе менəн ҡотлайбыҙ һәм уңыштар телəйбеҙ!