Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары, республика "Педагог-тикшеренеүсе", 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара "Йыл уҡытыусыһы" бәйгеләре еңеүсеһе, Башҡортостан президенты грантына лайыҡ булған- хөрмәтле Ғайса Харис улы Ишмөхәмәтовты 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һинең тырышлығың, һәр саҡ ихлас күңелле, яҡты йөҙлө, ипле булыуың, уҡыусыларыңа матур тәрбиә биреп, юғары белем алыуға, тормошҡа ныҡлы аяҡ баҫыуға ярҙам итеүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Йылдар дауамында яратҡан һөнәреңә тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәт итеүең, хөкүмәт наградаларына эйә булыуың оло ихтирамға лайыҡ. Киләсәктә Хоҙай һине һаулыҡтан, ғаилә бәхетенән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын.
55-ең килеп ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә йәштең түренә.
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә тиеп һүрелмә.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма.