Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының иң бай депутаты – Әхмәт Ишмөхәмәтов. Ул үткән йылда 279,7 млн һум эшләгән. Шәхси эшҡыуар, нефть эшкәртеү өлкәһендә эшләгән Ишмөхәмәтовтың 12 торлаҡ булмаған бинаһы, ике гаражы, ике фатиры, өйө һәм 13 участогы бар.
Топ-5-кә шулай уҡ йыллыҡ килеме 151,3 млн һум булған Олег Филлипов, 132,6 млн һум эшләгән Денис Назаров, 60 млн һум килем алған Игорь Тюрин һәм 54,5 млн һум эшләгән Тимур Хәкимов ингән.
Әйткәндәй, 2019 йыл һөҙөмтәһенә күҙ һалһаҡ, Топ-3 үҙгәрмәгән, бары килемдәре генә артҡан.