Башгидромет синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Ял көндәре республикала төрлөсә була, тип фаразлай белгестәр. Шәмбе, 29 майҙа, республика биләмәһенә Урта Азиянан сираттағы йылылыҡ килә. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 27-32 градусҡаса күтәрелә. Яуым-төшөм ихтималлығы аҙ.
Йәкшәмбе, 30 майҙа, көндөҙ күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, елдең көсәйеүе көтөлә, боҙ яуыуы мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ 23-28 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Киләһе аҙнаның башында республика биләмәһенә һалҡыныраҡ һауа массаһы килә, температура түбәнәйә. Йәйҙең тәүге көндәрендә төндә һәм иртән республиканың айырым райондарында ҡырау төшөүе ихтимал.