Еңеү яҙын яҡынайтыусыларҙың береһе
Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр гәзитебеҙҙең 55-се һанында (10.07.18) “Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра һалдат хаттары” тигән мәҡәләлә Ҡужабаҡ ауылы кешеһе Рәшит Һибәтуллиндың апаһына яҙған бер нисә хатын биргәйнек. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына уның тағы бер нисә хатын тәҡдим итәбеҙ. Ваҡыт үтеү менән һарғайып, таушалып бөткән, латин хәрефтәре менән яҙылған был өскөл хаттарҙы беҙгә яугирҙең Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе улы Юлай ағай Һибәтуллин ебәрҙе.