Новости
31 Мая 2021, 12:15

Бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды

МР хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов Байдәүләт һәм Һүрәм ауыл биләмәләре умартасылары менән осрашты.

МР хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов Байдәүләт һәм Һүрәм ауыл биләмәләре умартасылары менән осрашты, тип хәбәр ителә МР хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Унда урмандарҙы ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы препараттар менән эшкәртеү осоронда бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды. Осрашыуҙа берлектәге ҡарарҙар ҡабул ителде, улар район умартасыларына тиҙ арала еткереләсәк.
Читайте нас