Новости
31 Мая 2021, 09:25

Ял көндәрендә республикала өс кеше һыуға батҡан

Башҡортостанда йыл башынан алып 31 кеше, шул иҫәптән өс бала һыуға батҡан.

Башҡортостанда йыл башынан алып 31 кеше, шул иҫәптән өс бала һыуға батҡан, тип хәбәр итә “Башинформ”. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Дүртөйлөлә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары 58 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ул 28 майҙа дуҫтары менән быуа буйында ял иткән һәм һыу ингәндә батҡан.
Күмертау водолаздары Ишембай районының Верхотор быуаһы төбөнән 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Ул 29 май кисендә һыу инергә барған булған.
Шундай уҡ хәл 30 майҙа Тәтешле районының Вязовка ауылы янындағы быуала булған. Водолаздар 45 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полицияға тапшырғандар.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас