Новости
4 Июня 2021, 05:30

Ял көндәрендә төндә урыны менән +2 градус булыуы көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре, буйынса республика территорияһында йәйҙең тәүге айында аномаль эҫе көтөлмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Синоптиктар мәғлүмәттәре, буйынса республика территорияһында йәйҙең тәүге айында аномаль эҫе көтөлмәй. Бының сәбәбе атмосфера фронтының күсеүендә.
“Республиканың күпселек райондарында, иң төньяҡ һәм Урал аръяғы райондарынан тыш, һөҙөмтәле ямғырҙар яуҙы. Иң күп яуым-төшөм, айлыҡ норманан 40-43 процент, Туймазы һәм Архангел райондарында булды”, – тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк эксперттары.
Киләһе ял көндәрендә, 5 һәм 6 июндә, яуым-төшөм көтөлмәй тиерлек, ә һауа температураһы көндөҙ +20,+25 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ә төндә +7,+12, урыны менән +2 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Синоптиктар был айҙа ҡойма ямғырҙар булыуын фаразламай. Яуым-төшөм норманан түбәнерәк булыуы көтөлә.
Фото: Яндекс. Картинки