Новости
6 Июня 2021, 08:50

#Шиғри_минуттарҙа

Яратам бәхетлеләрҙе – Бәхетлеләр көнләшмәй, Тирә-яғындағыларға Улар этлек өләшмәй. Бәхетлеләр бар донъяға Йылмайыу аша ҡарай, Улар менән бар сереңде Уртаҡлашырға ярай. Үҙе бәхетле кешенең Уйында булмаҫ ағыу, Башына килмәҫ башҡаға Нахаҡтан ғәйеп тағыу. Бәхетлеләр йәнәш булһа, Йәшәргә тыуа дәртем! Улар менән донъя матур – Бәхетле булһын һәр кем! (Ф. Абдуллина)

Яратам бәхетлеләрҙе –
Бәхетлеләр көнләшмәй,
Тирә-яғындағыларға
Улар этлек өләшмәй.

Бәхетлеләр бар донъяға
Йылмайыу аша ҡарай,
Улар менән бар сереңде
Уртаҡлашырға ярай.

Үҙе бәхетле кешенең
Уйында булмаҫ ағыу,
Башына килмәҫ башҡаға
Нахаҡтан ғәйеп тағыу.

Бәхетлеләр йәнәш булһа,
Йәшәргә тыуа дәртем!
Улар менән донъя матур –
Бәхетле булһын һәр кем!
(Ф. Абдуллина)
Читайте нас