Новости
6 Июнь 2021, 02:05

Тәбиғәт - беҙҙең йортобоҙмы, әллә?!

Кисә тәбиғәтте һаҡлаусы эшмәкәрҙәрҙең һөнәри байрамы булып үтте. Рәсәйҙә был дата 14-се тарҡыр билдәләнә. Кисә шулай уҡ Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө лә ине. Кешелек тәбиғәтте һаҡлаймы? Тәбиғәт беҙҙең йортобоҙмы?

  • Кисә тәбиғәтте һаҡлаусы эшмәкәрҙәрҙең һөнәри байрамы булып үтте. Рәсәйҙә был дата 14-се тарҡыр билдәләнә. Кисә шулай уҡ Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө лә ине. Кешелек тәбиғәтте һаҡлаймы? Тәбиғәт беҙҙең йортобоҙмы?
  • Тәбиғәтте һаҡлауcы һәм яҡлаусы эшмәкәрҙәрҙең һөнәри байрамы. Рәсәйҙә был дата 14-се тапҡыр билдәләнә. Бөгөн шулай уҡ Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө лә.

    Тәбиғәтебеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та, хәстәрлек тә, ҡайһы саҡта (дөрөҫөн әйтергә кәрәк) баш бәләһе лә. Һуңғыһын шулайтып аңлатайыҡ: иҫ киткес матур тәбиғәтебеҙгә хәүеф янай, тәбиғи байлыҡтар ҡырыла, был тәңгәлдә ысын һуғыш бара хатта.
    Экологтар саң ҡағыу менәнме ни – донъя экологияһы һәләкәткә табан бара, буғай. Һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белмәйбеҙ. Киреһенсә, үҙебеҙ саманан тыш тәләфләйбеҙ.
    Һандар һәм факттар:
    Амазонканың дымлы урмандары атмосфералағы бөтә кислородтың 1/5 өлөшөн бүлеп сығара.
    АҠШ-тағы бөтә сүп-сарҙың бер процентын балалар подгузниктары тәшкил итә. Бындай ҡалдыҡтар кәмендә 250 йыл тарҡала.
    Тикшеренеүҙәр буйынса донъялағы иң таҙа һауа – Австралияның Тасмания утрауында.
    Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндә майҙаны 1,5 миллион кв. метр булған сүп-сар өйөмө йөҙөп йөрөй. Ул Америка һәм Азиянан ташланған 100 млн тонна пластик ҡалдыҡтан тора.
    Швецияға ситтән йыл һайын 80 тонна ҡалдыҡ килтерелә. Был илдә ҡый яндырыу юлы менән электр энергияһы сығарыу программаһы эшләй. Ул бик һөҙөмтәле, имеш. Иң күп ҡалдыҡты Норвегия ебәрә.
    Америка ғалимдары теорияһынса, бесәйҙәр планетаның экосистемаһына бик етди кире йоғонто яһай. Сөнки улар, мәҫәлән, АҠШ-та ғына йылына 20 миллиард һөтимәрҙе һәм дүрт миллиард ҡошто үлтерә икән.
    Читайте нас