Новости
8 Июня 2021, 13:30

Баланы лагерға ебәреү алдынан медицина тикшереүе үтергәме?

Башҡортостанда балаларын сәләмәтләндереү лагерҙарына һәм үҙәктәренә ебәрергә планлаштырған ата-әсәләрҙе йәйге ял алдынан медицина тикшереүе үтергә кәрәкме, тигән һорау борсой.

Башҡортостанда балаларын сәләмәтләндереү лагерҙарына һәм үҙәктәренә ебәрергә планлаштырған ата-әсәләрҙе йәйге ял алдынан медицина тикшереүе үтергә кәрәкме, тигән һорау борсой.
Бөгөн коронавирусҡа бәйле хәл-торош буйынса брифингта БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, медицина тикшереүе үтергә кәрәк, тип яуап бирҙе.
“Лагерға барыусы бала медицина алдан тикшереүе үтергә һәм 086У, 079У формалы справка алырға тейеш. Унда булған ауырыуҙары, прививкалары, анализдар һөҙөмтәләре, шулай уҡ инфекциялы сирлеләр менән контакт булмауы тураһында билдә булырға тейеш”, – тип аңлатты министр урынбаҫары.
Фото: “Ейәнсура таңдары”.
Читайте нас